ЗАҺИҘУЛЛИНА Люциә Нурый ҡыҙы [22.8.1943, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Ишәй а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], биотехнолог. Техник ф. д‑ры (2002). Р.Н.Заһиҙуллиндың һеңлеһе. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Йылайыр р‑нының Юлдыбай урта мәктәбендә, 1968—71 йй. БАССР ЭЭМ‑ының бәлиғ булмағандар өсөн 2‑се хеҙмәт колонияһында (Стәрлетамаҡ ҡ.) эшләй. 1976 й. алып Дәүләт хлор сәнәғәте ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тының Стәрлетамаҡ филиалында сектор мөдире, лаб. мөдире. 1987 й. башлап Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑ның лаб. мөдире, 1992 й. — төп ғилми хеҙм‑ре; 2003—05 йй. Нефттең химик механикаһы үҙәгендә (Өфө). Фәнни хеҙмәттәре ағынты һыуҙарҙы биохимик таҙартыу һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын утилләштереү, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу проблемаларына арналған. З. тарафынан биол. таҙартыу ҡоролмалары ҡалдыҡтарын ҡуйыртыу һәм ағынты һыуҙарҙы айырмалы биохимик таҙартыу технологиялары уйлап табыла, улар “Каустик” ЯАЙ‑нда индерелә. Уның етәкс. актив өҫтәмәләр һәм таҙартыу ҡоролмалары ҡалдыҡтары нигеҙендә ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу технологиялары эшләнә. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Геолого-технологические разработки нефтяных месторождений северо-запада Башкортостана. М., 1999 (авторҙ.).

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика