ИМАШЕВ Рәшит Фәтих улы [30.3.1939, БАССР-ҙың Миәкә р-ны Аҙнай а. (БР‑ҙың Бишбүләк р-ны) – 11.3.2007, Ҡазан], рәссам. ТР‑ҙың халыҡ рәссамы (2003), БР‑ҙың (1995) һәм ТАССР‑ҙың (1986) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1973). В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлағандан һуң (1970) Өфөлә, 1971 й. алып Ҡазанда йәшәй. И. ижады күп яҡлы. Һынлы сәнғәт һәм график портреттар (“М.Кәрим”, 1970; “Көҙгө елдәр. Ғ.Туҡай портреты”, 1976; “Зәки Нури”, 1995 һ.б.), тормош‑көнкүреш жанры һәм тарихи жанр әҫәрҙәре (“Ҡыҙыл хәбәрҙәр”, 1970; “Саллы ерендә”, 1971; “Нефтле ерҙә”, 1972) авторы. Рәссамдың ижади мираҫында гәзит‑журнал һәм китап графикаһы мөһим урынды биләй: “Балалар әҙәбиәте” нәшриәте, “Крокодил” (икеһе лә — Мәскәү), “Һәнәк” (Өфө), “Чаян” (“Саян”; Ҡазан) һ.б. журналдар м‑н хеҙмәттәшлек иткән. Шулай уҡ монументаль сәнғәт өлкәһендә лә эшләй. 1961 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1972), Зеленодольск (1979, 1990), Ҡазан (1986, 1999, 2004), Мәскәү (1991) ҡалаларында. Эштәре “Эрмитаж” (Ҡырғыҙ-Миәкә а.; ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Третьяков галереяһы (Мәскәү), Рус музейы (С.‑Петербург), ТР‑ҙың Милли музейы (Ҡазан) коллекцияларында, Рәсәй һәм сит ил музейҙарында, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Ф.Кәрим ис. (1999), Аҡмулла ис. (2006) пр. лауреаты.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 Текст на русском языке

 

 

 

 

 

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.