ИЛЬЯСОВА Зөһрә Хәмит ҡыҙы (17.11.1950, Өфө), балет артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. (1984), БАССР‑ҙың халыҡ (1980) һәм атҡ. (1975) артисы. Ленинград хореография уч‑щеһын (1969; педагогы Ф.И.Балабина), Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт акад. (2012) тамамлаған. 1969—80 йй. һәм 1990—92 йй. БДОБТ, 1980 й. алып Татар опера һәм балет театры (Ҡазан), 1992 й. башлап Силәбе опера һәм балет театры солисы. 1994 й. башлап Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография колледжында, 2000—04 йй. Ҡаһирә балет акад. (Мысыр) уҡыта. Лирик-романтик йүнәлештәге классик бейеүсе. И. башҡарыу сәнғәтенә рух күтәренкелеге, муз. тасуирилыҡ, нескә һығылмалылыҡ һәм юғары бейеү оҫталығы хас. БДОБТ‑ла төп партиялары: Айгөл (“Айгөл иле”; дебют, 1971), Аврора (“Йоҡоға талған һылыу” – “Спящая красавица”), Одетта — Одиллия (“Аҡҡош күле” – “Лебединое озеро”; икеһе лә — П.И.Чайковский); Жизель (А.Адандың ш. уҡ исемле балеты), Зәйтүнгөл (“Сыңрау торна”) һ.б. Рәсәйҙең Ҙур театры, “Ла‑Скала” театры (Милан ҡ., Италия) һ.б. сәхнәләрендә бейей. РСФСР-ҙың халыҡ артистары А.П.Головань, А.Ә.Монтаһиров м‑н сығыш яһай. Ульяновск (1968), Ленинград (1969) ҡҡ. БАССР сәнғәте көндәрендә, Ҡарағалпаҡ АССР-ында үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1976) ҡатнаша. СССР һәм сит илдәр (Венгрия, Испания, Италия, Португалия, Чехословакия һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.