ИЛЬЯСОВА Гөлдәр Мозафар ҡыҙы (11.6.1954, Ишембай ҡ.), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1994). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1989). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1975; М.К.Мөхәмәтшина класы), Алма‑Ата театр‑художество ин‑тын (1984; Р.С.Андриасян курсы) тамамлаған. 1975—78 йй. Башҡ. филармонияһы бейеүсеһе, 1984—87 йй. Сибай драма театры актрисаһы, 1988 й. алып Салауат драма театры режиссёры, 1990 й. — Стәрлетамаҡ башҡ. драма театрының баш режиссёры, 1992—2008 йй. художество етәксеһе, 2009—13 йй. Стәрлетамаҡ филармонияһы режиссёры.

И. режиссёрлыҡ сәнғәте зирәк художество фекерләү, характерҙарҙы психологик яҡтан асыуға ынтылышы, сәхнә метафораларының сағыулығы м‑н айырыла: Б.Р.Гавриловтың “Ҡабул ит уларҙы, Шамбала!”, Ф.М.Бүләковтың “Онотолған доға”, Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Мәмерйә” (бөтәһе лә — Стәрлетамаҡ драма театры). БР‑ҙың байтаҡ театрҙарында постановкалар ҡуя: Салауат драма театрында — А.М.Галиндың “Ретро” (1983; дебют); Башҡорт драма театрында – Бүләковтың “Ҡатын‑ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы”; Сибай драма театрында — Л.В.Вәлиевтең “Париж егете Әлфәнис”; “Нур” театрында — Р.М.Кинйәбаевтың “Ҡурҡыныс сер” (татар т.). “Мәңгелек менән осрашыу” (“Прикосновение к вечности”; “Киргизфильм” к/ст, 1982) к/ф төшә. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1994).

Әҙәб.: Саитов С.С. Режиссёр Гульдар Ильясова, и женщина — тебе имя. Стерлитамак; Уфа, 2004.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.