АЙЫТОВ Нариман Абдрахман улы (28.12.1925, Ҡазан — 17.8.1999, Алматы ҡ., Ҡаҙағстан), философ, социолог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995), филос. ф. д‑ры (1967), проф. (1970). РСФСР‑ҙың (1988) һәм БАССР‑ҙың (1975) атҡ. фән эшмәкәре. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1956). 1964 й. алып ӨАИ‑ның фәнни коммунизм каф. мөдире, 1988 й. — Ҡаҙаҡ милли ун‑тының (Алматы) филос. каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре төбәктәрҙе планлаштырыуҙы һәм проектлауҙы үҫтереүҙең теоретик проблемаларына, фәнни‑техник прогрестың соц. эҙемтәләрен һәм уларҙы көйләү юлдарын өйрәнеүгә арналған. 60‑сы йй. Өфөлә илдәге иң ҙур социол. лаб. береһен ойоштора. Социологияла ғилми йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Уның исемендәге премия булдырылған.

Хеҙм.: Технический прогресс и движение рабочих кадров. М., 1972; НТР и социальное планирование. М., 1978; Социальные проблемы ускорения Научно‑технического прогресса в СССР. М., 1987; Социальная структура населения стран СНГ. Уфа, 1995.

Ф.С.Фәйзуллин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.