Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/I/ILIAS_noty.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/I/ILIAS_noty.jpg'

“ИЛЬЯС”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1937 й. Л.Н.Лебединский М.Ф.Буранғоловтан яҙып ала, Ғ.З.Сөләймәнов яҙмаһында “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Йыр лирик‑драматик характерҙа. Риүәйәт б‑са, “И.” һунарҙа булған фажиғәгә бәйле яҙылған. Ике ир туғандың береһе, йәнлек көтә торғас, йоҡлап китә, йоҡо аралаш туғанының ҡондоҙ бүркен төлкө тип ҡабул итеп, яңылыш атып ебәрә һәм үлемесле яралай. Көйҙөң үҙенсәлеге йырҙың интонация нигеҙен тәшкил иткән юғары терция тонын күп тапҡыр уратып йырлауҙан ғибәрәт. Башҡарыусылар араһында Баймаҡ халыҡ ҡурайсылар ансамбле, Т.М.Дәүләтшин, В.Ғ.Хызыров. “И.” М.Х.Әхмәтов тарафынан тауыш һәм фп. өсөн эшкәртелә, ул ш. уҡ йырҙы «“Урал батыр” башҡорт эпосын уҡығандан һуң» («По прочтении башкирского эпоса “Урал‑батыр”») тип аталған 3‑сө симфонияһында вокаль өҫтәмә итеп ҡуллана.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы-бейеүле уйындар /төҙ. Ф.Нәҙершина. Өфө, 1996.

Л.Ҡәлмәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.