ИЛБӘКОВ Ишморат Ҡәйүм улы (10.2.1963, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Ғәлиәхмәт а.), ҡурайсы. БР‑ҙың халыҡ (1997) һәм БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1982; Р.Р.Рәхимов класы), Алматы консерваторияһын (1994; К.А.Жумакенов класы) тамамлаған. 1982 й. алып Башҡ. филармонияһы солист‑ҡурайсыһы, бер үк ваҡытта 1992—94 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта. Репертуарында башҡ. халыҡ йырҙарының инструменталь варианттары, ш. иҫ. “Абдрахман кантон”, “Азамат”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Зөлхизә”, “Ҡаһым түрә”, ҡурай өсөн үҙенең “Атлы үҫәргән”, “Ислам көйө”, “Мәмдүҙә” пьесалары, башҡ., урыҫ һәм сит ил композиторҙарының әҫәрҙәре, донъя халыҡтарының көйҙәре. Ә.Исмәғилева һүҙҙәренә “Ғәйепләмә”, Ф.Ф.Илбәкова һүҙҙәренә “Шаян ҡыҙ Зөлхизә”, “Ырыҫбикә”, “Ялтыр баш Мөйәм ҡарт” һ.б. йырҙар авторы. Хроматик буй флейта — ишҡурай уйлап тапҡан (1987). Мәскәү олимпиадаһының мәҙәни программаһында (1980), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә (Мәскәү, 1985), Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997) ҡатнаша. Рәсәй буйлап һәм донъяның 25 илендә гастролдәрҙә була. “Хоомей” Респ. өзләүселәр фестивале (Ҡыҙыл ҡ., 1981), Бөтә Рәсәй халыҡ бейеүҙәрен яңғыҙ башҡарыусылар һәм балетмейстерҘары‑бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылар конкурсы (Һамар ҡ., 1993) лауреаты, Й.Иҫәнбаев ис. призға Респ. ҡурайсылар конкурсы (Өфө, 1979), бөтә Рәсәй һирәк милли традицион муз. ҡоралдарында уйнаусылар смотр‑конкурстары (Краснодар ҡ., 1985; Тула ҡ., 1986) дипломанты.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.