ИЛЕМБӘТОВ Вәлит Хәлит улы (1.11.1956, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Яңыбай а.), эстрада артисы. Филол. ф. канд. (1998). БР‑ҙың халыҡ (2002) һәм атҡ. (1992) артисы. Башҡ. респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын (Стәрлетамаҡ ҡ., 1979), БДУ‑ны (1990) тамамлаған. 1978 й. алып Салауат башҡ. драма театры актёры, 1982 й. башлап Башҡ. филармонияһының эстрада артисы, 1990 й. — “Ҡыҙыҡ м‑н Мәҙәк” төркөмөнөң (2004 й. алып эстрада сатира театры) художество етәксеһе. Юмор һәм сатира оҫтаһы. Ф.М.Бүләков, Г.Х.Зәйнәшева, Б.М.Исҡужин, С.М.Итбаев, М.Н.Кәримов, М.Сәлим, Й.Ә.Яҡшыдәүләтов һәм үҙе ижад иткән интермедияларҘа 100‑ҙән ашыу роль башšара. Р.Й. Ғарипов, М.Ғәли, М.Кәрим, Н.Нәжми һ.б. әҫәрҙәренән торған әҙәби программалар м‑н сығыш яһай. 40‑тан ашыу концерт, ш. иҫ. телевизион Яңы йыл программалары сценарийҙары авторы. И. шиғырҙарына Н.Ә.Дауытов, С.Ә.Низаметдинов, Т.М.Шәрипов һ.б. йырҙар яҙған.

 

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018