ЖУРАВЛЁВ Евгений Филиппович (15.2.1910, Вятка губ. Ижевский Завод ҡсб — 9.2.1984, Өфө), химик-неорганик. Химия ф. д‑ры (1964), проф. (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Пермь ун‑тын тамамлағандан һуң (1936) шунда уҡ, 1964 й. алып Воронеж политехник ин‑тында эшләй. 1969 й. башлап БДУ‑ның органик булмаған химия каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре шыйыҡ фазалағы һыу‑тоҙ һәм органик системаларҙы тикшереүгә арналған. Ж. етәкс. ерҙә һирәк элементтарҙы (радиоактив элементтарҙан башҡа), аммоний һәм калий хлоридтарын, калий дихроматын айырыу һәм таҙартыуҙың сәнәғәт технологиялары эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм “Почёт Билдәһе” (1961) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.