ИШБУЛДИН Хәмиҙулла Әбдрәхим улы (23.9.1946, Үзбәк ССР‑ы Брич-Мулла а.), йырсы (драматик тенор). БР‑ҙың халыҡ артисы (1997). ӨДСИ-не тамамлағандан һуң (1978; М.Ғ.Мортазина класы) 1981 й. тиклем һәм 1994 й. алып БДОБТ, 1981—94 йй. Татар опера һәм балет театры (Ҡазан) солисы. Төп партиялары: Салауат Юлаев (З.Ғ.Исмәғилевтең ш. уҡ исемле операһы; дебют, 1978), Хозе (“Кармен”, Ж.Бизе), Манрико (“Трубадур”, Дж.Верди), Ленский (“Евгений Онегин”, П.И.Чайковский) һ.б. Батуч (“Аҡмулла”), Илмырҙа (“Ҡаһым түрә”) партияларын тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында башҡ., урыҫ, итальян халыҡ йырҙары. Кремль Съездар һарайы (Мәскәү), Ҡаһирә опера театры (Мысыр) сәхнәләрендә сығыш яһай. Халыҡ‑ара төрки телле илдәрҙең опера сәнғәте фестивалендә (Мерсин ҡ., Төркиә; 1999, 2002, 2003) ҡатнаша. Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (Германия, Кипр, Италия, Португалия, Чехия һ.б.) гастролдәрҙә була.

Э.А.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке