ИҘРИСОВА Миләүшә (Лилиә) Абрар ҡыҙы (28.12.1961, Өфө), муз. белгесе. Сәнғәт ғилеме канд. (2014). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2006). Журналистар союзы (2002), Композиторҙар союзы (2006) ағзаһы. Н.Һ.Аллаярованың, А.Х.Ғабдрахмановтың ҡыҙы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1986) БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Никольский а. мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе. 1990 й. башлап (өҙөклөк м‑н) Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының “Башҡортостан” ДТРК‑һы филиалында: мөхәррир, 1991 й. алып муз. программаларҙың өлкән мөхәррире, 1993 й. – ТВ студияһының комментатор‑муз. белгесе, 1995—2005 йй. “Музыка” ижади берекмәһе етәксеһе, 2012 й. башлап муз. программалар мөхәррире, 2016 й. — программа алып барыусы. 2005 й. алып “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ының ТВ студияһында эшләй (2006—10 йй. художество тапшырыуҙар баш редакцияһының баш белгесе); 2011 й. февр.—окт. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле дир. урынбаҫары. Башҡ‑н юлдаш ТВ һәм “Культура” (Рәсәй) каналдарындағы “Антракт”, “Лира”, “Башҡортостандың сәнғәт оҫталары” программалары; “Ҡош юлы”, “Хәйерле кис” программалар циклдары; Опера һәм балет театры, Нуриев Р. исемендәге хореография колледжы, Ф.Ғәскәров ис. дәүләт акад. халыҡ бейеүҙәре ансамбле һ.б. эшмәкәрлеге т‑да телевизион репортаждарҙың авторы һәм алып барыусыһы; Дилмөхәмәтовтар, З.Ғ.Исмәғилев, В.Л.Мортазин, А.А.Солтанов, М.Х.Хисмәтуллин һ.б т‑да документаль фильмдар; фильм-концерттар сценарийҙарының авторы. Сығыштары профессионализм, юғары мәҙәнилек м‑н айырылып тора. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. муз. сәнғәтенә һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ижадына арналған. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Газиз Альмухаметов. Статьи. Воспоминания. Документы. Уфа, 2008.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке