АЙЫТОВ Валерий Факил улы (26.1.1955, БАССР-ҙың Нуриман р-ны Ҡыҙыл Шишмә ҡсб), педагог-методист. Пед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2006). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1976) БАССР-ҙың Благовещен ҡ. 2-се урта мәктәбе, 1978 й. алып Павловка балалар шифаханаһы эргәһендәге мәктәп (Нуриман р-ны) уҡытыусыһы. 1979 й. башлап БДУ-ның Бөрө филиалында эшләй (1995 й. алып сит телдәр каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда сит телдәрҙе уҡытыу методикаһын камиллаштырыу проблемаларына арналған. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Проблемно-проектный подход в иноязычном образовании на факультетах неязыковых специальностей. СПб., 2006.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.