ИҘРИСОВА Александра Николаевна (1.6.1922, Өфө губ. ш. уҡ өйәҙе Морозов утары), бейеүсе. 1931—61 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы. И. башҡарыу оҫталығы кәүҙәләндереү алымдарының килешле булыуы м‑н айырылып тора. “Дуҫлыҡ”, “Бишбармаҡ”, “Бүләк”, “Гопак”, “Лявониха”, “Ғашиҡ төҙөүселәр” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) ҡатнаша. “Сыңрау торна” (“Журавлиная песнь”, Свердловск к/ст, 1959) фильм‑балетында төшә.

И.Х.Хәбиров

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке