ИҘРИСОВ Фәрит Фәтих улы (12.7.1954, Ырымбур ҡ.), дирижёр. БР‑ҙың халыҡ артисы (1997). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1980, В.С.Петров класы) 1985 й. тиклем Ульяновск юғары хәрби команда элемтә уч‑щеһы оркестры дирижёры, 1986—99 йй. Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһы оркестрының художество етәксеһе һәм дирижёры. 2000—02 йй. Рәсәйҙең Ҙур театрында стажировка үтә (етәксеһе М.Ф.Эрмлер). 2002 й. алып — БДОБТ, бер үк ваҡытта 2004—10 йй. БР‑ҙың Милли симфоник оркестры дирижёры һәм 2011 й. тиклем ӨДСИ уҡытыусыһы. Юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы оркестрын ойоштороусы. Дәүләт гимны, 60‑тан ашыу оркестр (“Байрам маршы”, “Киске Өфөлә”) һәм фп. (“Башҡорт полькаһы”, “Ноктюрн”) пьесалары, башҡ. шағирҙары һүҙҙәренә ижад иткән 40‑ҡа яҡын йыр һәм романс авторы, башҡ. композиторҙары әҫәрҙәрен, башҡ. халыҡ көйҙәрен тынлы һәм симфоник оркестр өсөн эшкәртә. РФ Ҡораллы Көстәренең штаттағы хәрби оркестрҙарының начальниктары — хәрби дирижёрҙары конкурсы лауреаты (Өфө, 1991, 1992).

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке