ЖИРНОВ Борис Семёнович (20.10.1942, ТАССР‑ҙың Алексеевка а.), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1999), проф. (2000). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1965) ӨДНТУ‑ның Салауат филиалында эшләй (1986 й. алып химик‑технологик процестар каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре углерод материалдарының актив газдар м‑н химик тәьҫирләшеүе кинетикаһын һәм механизмын өйрәнеүгә, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте процестарының матем. моделдәрен әҙерләүгә арналған. Ж. тарафынан аммиакты синтезлау өсөн реактор конструкциялары уйлап табыла һәм “Салаватнефтеоргсинтез” (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) ААЙ‑нда етештереүгә индерелә. 240‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Кинетические исследования и моделирование промышленных химико‑технологических процессов с участием углерода. Уфа, 2010.

В.А.Потеряхин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018