ИҘРИСОВ Миңдулла Сәлимйән улы (17.1.1948, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Йөҙимән а.), актёр. РФ‑тың атҡ. (2010), БР‑ҙың халыҡ (2003), БАССР-ҙың атҡ. (1979) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1980). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1972; Л.В.Вәлиев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) тамамлағандан һуң 1985 й. тиклем һәм 1998 й. алып Салауат башҡорт драма театры актёры. Һиҙгер күҙәтеүсәнлек, сама белеү, күңел йылылығы һәм һөйкөмлөлөк кеүек сифаттары И. ышандырырлыҡ һәм сағыу образдар тыуҙырырға ярҙам итә: Йософ (“Һыу юлы”, Н.Асанбаев; дебют, 1972), Заһир (“Ҡара йөҙҙәр”, М.Ғафуриҙың ш. уҡ исемле повесы б‑са Ғ.Әмири, В.Ғ.Ғәлимов спектакле), Исламғәли (“Әсәләр көтәләр улдарын”, Ә.М.Мирзаһитов), Юлай (“Салауат”, М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” трагедияһы б‑са). Н.Асанбаевты ң “Көҙән башҡорто” спектаклендә И. тыуҙырған Ә.Ә.Вәлидов образы тәрән фәлсәфәүи йөкмәткеһе м‑н айырылып тора. Салауат башҡорт драма театры сәхнәһендә Р.С.Зиязетдинов м‑н берлектә А.В.Поповтың “Бер рәхәттең — бер михнәте” спектаклен сәхнәләштергән.

Л.Я.Станкова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.