ИҘРИСОВ Мөхәмәт Рамаҙан улы (18.2.1920, АСБР‑ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны 2‑се Мырҙа а. — 4.2.2012, Өфө), бейеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. (1955). БАССР‑ҙың халыҡ (1954) һәм атҡ. (1945) артисы. 1941—63 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы. И. сәнғәте халыҡсан бейеүе манераһы м‑н айырылып торған: бейеү хәрәкәттәрен бай мимика, мәғәнәле ишара, тапҡыр һүҙҙәр м‑н яраштырып башҡарылған. Бейеүсенең таланты айырыуса “Байыҡ”, “Бүләк”, “Өс туған”, “Һыу буйында осрашыу” һ.б. бейеүҙәрҙә тулыһынса сағылыш таба. Союздар йортоноң Колонналар залында, П.И.Чайковский ис. (икеһе лә — Мәскәү) һәм “Октябрь” (Ленинград) концерт залы сәхнәләрендә сығыш яһай. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡҡ. БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. Ил буйлап һәм сит илдәрҙә (Бельгия, Һиндостан, Камбоджа, Непал, Румыния һ.б.) гастролдәрҙә була. “Сыңрау торна” (“Журавлиная песнь”, Свердловск к/ст, 1959) фильм-балетында төшә. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Бухарест, 1953) лауреаты. “Почёт Билдәһе” (1949), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Л.И.Нагаева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018