ЕФИМОВА Әминә Кәрим ҡыҙы (7.11.1917, Ҡазан — 18.11.2000, Өфө), химик-органик. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1967), БАССРҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1981). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1947) Өфө ҒТИ‑нда (1950 й. алып лаб. етәксеһе), 1956—77 йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда (1962 й. алып лаб. етәксеһе) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре көкөртлө нефттәрҙе эшкәрткән ваҡытта технологик ҡорамалдарҙы коррозиянан һаҡлау проблемаларына арналған. Е. етәкс. ИКБ-1, ИКБ-2 һәм ИКБ-4 коррозия ингибиторҙары эшләнә. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика