ИГНАТЕНКО Сергей Николаевич (3.11.1955, Өфө), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2004). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). ӨДСИ‑не тамамлаған (1982). 1993—2002 йй. “Сәнғәт” галереяһы рәссамы, 2004 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһы уҡытыусыһы, 2014 й. башлап художество б¢леге мөдире Хәҙерге һынлы сәнғәттәге концептуаль ағым вәкиле (ҡара: Һынлы сәнғәттә реалистик булмаған ағымдар). Ижадының нигеҙендә ысынбарлыҡты, мәжүсилек дәүере, Библия, Инжил сюжеттарын һәм образдарын, 18—19 бб. ватан тарихы һәм мәҙәниәтен фәлсәфәүи аңлау ята; төп темалары — изгелек м‑н яуызлыҡ көрәше, яңғыҙ кеше проблемалары, иманға кире ҡайтыу (“Йөҙ”, 1993; “Изге Себастьян”, 1996; “Сиркәүҙә”, 2006); эштәрендº 20 б. башы урыҫ авангард һәм классик реализм сәнғәтенең пластик һынлау алымдарын šуллана. И. ижады үҫешендә метафоралыҡтың, төҫтәр символлығының, предмет һәм фигуратив формаларҙың үҙенсәлекле тәьҫирлелегенең көсәйә барыуы күҙәтелә: натюрморттар (“Алһыу төҫ менән натюрморт”), портреттар (“Ҡатын-ҡыҙ портреты”), тематик композициялар (“Гефсиман төнө”, бөтәһе лә — 1998), сериялар (“Урыҫ халыҡ галлюцинациялары”, “Фрагмент”; икеһе лә — 90‑сы йй. аҙ.). “Март” ижади төркөмө ағзаһы (1989; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре). 1977 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Новосибирск (1987), Өфө (1994, 2000, 2008) ҡалалары. Эштәре БДХМ, “Мираҫ”, “Сәнғәт” галереялары (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Алла Булянская (Мәскәү, Лондон), Джерси-Сити ҡ. Хәҙерге урыҫ сәнғәте музейы (АҠШ) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Сергей Игнатенко. Живопись: альбом-каталог /авт.‑сост. С.В. Игнатенко. Уфа, 2008.

С.В.Игнатенко

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.