ИГНАТЕНКО (Евсеева) Светлана Владиславовна (20.12.1956, Өфө), сәнғәт белгесе. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2003). Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) БДХМ‑да эшләй: 1982 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1992 й. башлап фән бса дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге Нестеров М.В. исемендәге художество музейы йыйылмаһындағы 19 б. — 20 б. башы урыҫ сәнғәтен, Башҡортостандың хәҙ. һынлы сәнғәтен һәм проф. биҙәү‑ҡулланма сәнғәтен (ҡара: Сәнғәт ғилеме) өйрәнеүгә бәйле. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. Д.Д.Бурлюк әҫәрҙәре каталогтарының (1992, 1994) авторы, БР‑ҙың Беренсе (1997), Икенсе (2002) һәм Өсөнсө (2008) проф. биҙәүҡулланма сәнғәте, БР‑ҙың рәссамсценограф эштәре (2000), БР‑ҙың хәҙ. һынлы сәнғәте (2005) күргәҙмәләре каталогтарын, З.Р.Басиров, А.К.Головченко, М.А.Назаров, Н.Л.Пеганов, П.П.Салмасов, Р.З.Харисов һ.б. альбомкаталогтарын төҙөүсе автор.

Әҙәб.: Творческое объединение “Артыш”: избр. произведения: каталог. Уфа, 2002; Эрнст Саитов. Графика в собрании Башкирского государственного художественного музея им. М.В.Нестерова: альбомкат. Уфа, 2011; Произведения М.В.Нестерова в музеях, галереях и частных собраниях России. Живопись. Графика: альбомкат. СПб., 2012.

Э.П.Фенина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке