АЙЫТМӘМБӘТ, Архангел р‑нындағы ауыл, Оҙондар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 31 км һәм Раутау т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Бейә й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 311 кеше; 1920 — 315; 1939 — 165; 1959 — 358; 1989 — 273; 2002 — 411; 2010 — 310 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡумрыҡ-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. (9 йортта 65 кеше йәшәгән) билдәле. 1865 й. 27 йортта 170 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, һатыуға ағас әҙерләү, ылаусылыҡ (Архангел баҡыр иретеү заводына баҡыр рудаһы ташығандар) м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ урман кәсептәре билдәләнгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.