ИҒДӘҮЛӘТОВ Зәйни Сирай улы [4.1.1913, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Аптраҡ а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 13.6.1982, Өфө], актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1970) һәм атҡ. (1954) артисы. Башҡ. театрхудожество уч‑щеһын (1937; М.Ә.Мәһәҙиев курсы) тамамлаған. 1936—74 йй. БАДТ актёры. И. тыуҙырған образдар сатирик үткерлек, кәмит эскерһеҙлек, теүәл соц. характеристика м‑н айырылып тора. Төп ролдәре: Вафа (“Башмағым”), Ҡолой Тархан (“Хужа Насретдин”, Н.Иҫәнбәт), Шәкүр (“Бажалар”, И.Ә.Абдуллин); классик репертуарҙа — Жевакин (“Өйләнеү”, Н.В.Гоголь), Миллер (“Мәкер һәм мөхәббәт”, Ф.Шиллер), Бессеменов (“Мещандар”, М.Горький), Симоне (“Мут егет”, Л.Пиранделлоның “Лиола” пьесаһы б‑са) һ.б. Ҡурсаҡ театры сәхнәһендә ҡуйған спектаклдәре: Н.В.Гернеттың “Аладдиндың серле лампаһы” (1955), Ш.Ғ.Насировтың “Серле ҡая” (1960) һ.б. “Ай тотолған төндә” (“В ночь лунного затмения”; Свердловск к/ст, 1978) к/ф төшә. Концерттар алып бара. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955). Тыуған ауылында И. исеме м‑н урам аталған, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Нәфис һүҙ оҫталары. Өфө, 1964.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.