ИВАНОВ Леонид Маркович (27.9.1928, Урта Волга өлк. Зимниха а. — 19.5.1996, Өфө), дирижёр, педагог. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Ленинград консерваторияһын тамамлағандан һуң (1955; И.А.Мусин класы) Балтик флоты оркестрҙарының хәрби дирижёры (Балтийск, Калининград, Таллин ҡҡ.), 1961—95 йй. Ғ.Әлмөхәмәтов ис. Республика муз. тәрбиә биреү гимназия‑интернатында (1978—88 йй. дир. урынбаҫары), бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. 1960—80‑се йй. респ. тынлы оркестрҙар марш‑парадтарының баш дирижёры. Ғафури М. исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы, Орджоникидзе С. исемендәге Мәҙәниәт һарайы эргәһендәге, Әлмөхәмәтов Ғ. исемендәге гимназия‑интернатта бөтә донъя, бөтә Союз, бөтә Рәсәй конкурстары һәм фестивалдәре лауреаттары булған тынлы оркестрҙарҙың ойоштороусыһы, етәксеһе. Уҡыусылары араһында — А.Д.Вакульский, Э.З.Ғәйфуллин, Н.Ә.Дауытов, Ф.Ф.Иҙрисов, З.З.Хәмәтдинов.

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.