ИБРАҺИМОВ Шамил Шамил улы [15.7.1922, БАССР-ҙың Өфө кантоны Шишмә ҡсб (БР-ҙың Шишмә р-ны) – 20.4.1993, Өфө], хор дирижёры, композитор. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1972). Композиторҙар союзы ағзаһы (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү консерваторияһын (Башҡ. студияһы, 1940—41 йй., Г.И.Литинский класы; хор м‑н дирижёрлыҡ итеү ф‑ты, 1952 й., А.В.Бандина, М.М.Багриновский класы) тамамлағандан һуң 1960 й. тиклем БАССР МС‑ы эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑тында, бер үк ваҡытта 1958 й. тиклем Башҡ. филармонияһында хормейстер, художество етәксеһе, 1968 й. тиклем Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Башҡортостанда хор музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. И. әҫәрҙәренә лиризм, милли колорит м‑н классик стилде гармониялы берләштереү хас. 50‑нән ашыу вокал‑хор әҫәрҙәре, ш. иҫ. Я.Ҡолмой һүҙҙәренә “Дан һиңә, Башҡортостан” (1961), “Тыныслыҡты яуланыҡ” (1986) кантаталары, “Һалдат тураһында поэма” (1976), Ш.Бикҡолдоң “Илем, илкәйем” шиғырына (1982) хор поэмалары, Ҡ.Даяндың “Дилә” шиғырына, Ҡолмой һүҙҙәренә “Уралым” хор миниатюралары һ.б. авторы. “Алты егет”, “Ике йәш йөрәк”, “Ҡолой кантон”, “Сыбай ҡашҡа” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙарын автор музыкаһы ҡушып эшкәртеүҙәре хор м‑н башҡарыуға яраҡлаштырыу оҫталығы м‑н айырылып тора. “Башҡортостан” ДТРК фондында И. етәкс. хорҙар башҡарыуында 70‑тән ашыу яҙма һаҡлана. 1994 й. Ш.Ибраһимов ис. респ. хор дирижёрҙарының асыҡ конкурсы ойошторола.

Әҙәб.: Бикмухаметов Ш. Шамиль Ибрагимов: очерк жизни и творчества. Уфа, 1992.

Ш.М.Бикмөхәмәтов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке