ИБРАҺИМОВ Хәбибулла Кәлимулла улы (29.12.1894, Ырымбур ҡ. — 17.3.1959, Өфө), композитор, драматург, муз. йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1951). Композиторҙар союзы (1941), Яҙыусылар союзы ағзаһы. 20 б. 10‑сы йй. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә, 1922—25 йй. Муз. мәғариф ин‑тында (Петроград) уҡый. 1915 й. алып һәүәҫкәрҙәр концерттарында аккомпаниатор булып ҡатнаша, Ырымбур мәктәптәрендә музыка уҡыта, 1919 й. башлап Стәрлетамаҡ ҡ. Төркөстан фронтының сәйәси бүлеге эргәһендәге ҡыҙылармеецтар театрының муз. етәксеһе була. 1920—36 йй. (өҙөклөк м‑н) Башҡ. драма театры (Өфө) артисы, музыканты, муз. бүлеге мөдире, 1937—39 йй. Үҙәк радиоком‑ттың (Мәскәү) муз. мөхәррире, 40—50‑се йй. Өфөлә үҙешмәкәр хор коллективтарының худ. етәксеһе. Башҡ. хор сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе: 20—30‑сы йй. тәүге башҡ. хорҙарын һәм ансамблдәрен (ҡара: Хор музыкаһы) ойоштора һәм етәкләй. Милли муз. драма жанрына нигеҙ һала. Әҫәрҙәре араһында Ф.Е.Козицкий м‑н берлектә ижад иткән “Ватан өсөн” операһы (1941—43; С.Ҡудаш либреттоһы), 5 музыкаль комедия, ш. иҫ. “Башмағым”, “Еҙнәкәй” (1945), тынлы оркестр өсөн марштар, 30‑ҙан ашыу йыр, драма спектаклдәренә музыка (ҡара: Театр музыкаһы), башҡ. халыҡ йырҙарын эшкәртеүҙәр бар. Б.Вәлит һүҙҙәренә яҙылған “Салауат маршы”, “Күк Ирәндек буйында”, Н.Иҫәнбәт һүҙҙәренә “Ураҡсы ҡыҙ”, М.Марат һүҙҙәренә “Ударниктар маршы”, С.Ҡудаш һүҙҙәренә “Колхозсы ҡыҙ Мәстүрә” һ.б. танылған башҡ. йырҙарын ижад итеүселәрҙең береһе. 10‑дан ашыу драма әҫәре авторы. Өфөлә И. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Пьесалар. Өфө, 1960; Йырҙар. Өфө, 1965.

Әҙәб.: Егерменсе быуат башҡорт әҙәбиәте. Өфө, 2003; Фоменков М.П. Очерки истории развития хорового искусства в Башкирии. Уфа, 2001.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018