ЕРЁМЕНКО Игорь Леонидович (13.6.1950, Стәрлетамаҡ ҡ.), химик-технолог. РФА акад. (2006), химия ф. д‑ры (1986). Мәскәү нескә химия технологияһы ин‑тын тамамлаған (1973). 1976 й. алып Мәскәү физика-техника ин-тының өлкән ғилми хеҙм-ре, 1981 й. башлап РФА‑ның Н.С.Курнаков ис. Дөйөм һәм органик булмаған химия ин-тында (Мәскәү) эшләй: 1988 й. — өлкән, 1991 й. — төп ғилми хеҙм-р, 1993 й. — сектор мөдире, 1995 й. — лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре үҙгәреүсән металдар һәм лантаноидтарҙың күп ядролы берләшмәләре химияһы, магнетохимия өлкәһендә тикшеренеүҙәргә арналған. Е. тарафынан молекуляр компьютерҙар төҙөү өсөн перспективалы молекуляр магнетиктарҙы йүнәлешле синтезлау ысулдары; күп ядролы комплекстар нигеҙендә ҡатмарлы органик молекулаларҙы йүнәлешле формалаштырыу ысулдары табылған; магнит‑молекулалар алынған. 350-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. РФ Дәүләт пр. (2002), Л.А.Чугаев ис. пр. (1994) лауреаты. Почёт орд. м-н бүләкләнгән (2011).

Ю.Б.Монаков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика