Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/Z/ZULHIZA_noty.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/Z/ZULHIZA_noty.jpg'

ЗӘЛХИЗӘ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 20 б. 20‑се йй. — М.А.Буранғолов, 1937 й. Л.Н.Лебединский тарафынан М.А.Байымовтан яҙып алына һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Артабан йырҙы Х.Ф.Әхмәтов, З.Ғ.Исмәғилев, К.Й.Рәхимов, И.В.Салтыков яҙып ала. Йыр лирик‑драматик характерҙа. Сюжет нигеҙен ҡарт кешегә көсләп кейәүгә бирелгән ҡыҙҙың фажиғәле яҙмышы тәшкил итә; Зөлхизәнең һөйгәне, уны һағынып, йыр сығара. “З.” поэтик образдары нескәлек һәм хистәр тәрәнлеге м‑н айырыла. Йыр ике өлөштән тороп, уның 2‑се өлөшө вариацион формала ҡабатлана. Көйгә симметриялылыҡ, моң хәрәкәтенең тигеҙлеге, орнаменталь фигураларҙың ҡабатланыуы хас. Зөлхизә исемен иркен һуҙып йырлау йырға айырыуса тәьҫирлелек өҫтәй. Башҡарыусылар араһында: Б.Н.Вәлиева, Х.Л.Ғәлимов, Б.М.Мәһәҙиева, Д.Д.Нурмөхәмәтова, Ғ.К.Солтанова, Т.Х.Үҙәнбаева, Ә.С.Шайморатова. Йырҙы А.С.Ключарёв — хор (a cappella), Р.Ә.Мортазин — тауыш һәм фп., Рәхимов — бәләкәй симфоник оркестр һәм тауыш м‑н фп., С.Р.Сәлмәнов — тауыш һәм симфоник оркестр, И.И.Хисаметдинов башҡ. халыҡ муз. ҡоралдары оркестры өсөн эшкәрткән. “З.” көйө М.М.Вәлиев һәм Н.И.Пейконың “Айһылыу” операһында ҡулланылған.

Әҙәб.: Башҡорт халҡ ижады. 1‑се т. Өфө, 1954; 1992; Нәҙершина Ф.А. Рухи хазиналар. Өфө, 1992; Буранғолов М.А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

 

 

Яндекс.Метрика