ЕГУТКИН Наум Лазаревич (23.1.1950, Өфө), физик-химик. Химия ф. д‑ры (1994) проф. (1999). СССР-ҙың уйлап табыусыһы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) Органик химия ин‑тында эшләй: 1978 й. алып өлкән, 1990 й. башлап ғилми хеҙм‑р. Бер үк ваҡытта 1995—99 йй. ӨДНТУ-ла, 1998—99 йй. БДУ-ла уҡыта, 2013 й. алып “Петон” ЯАЙ-нда (Өфө) фәнни эштәр б-са дир. урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре моно‑ һәм полифункциональ берләшмәләрҙе сульфоксидтар һ.б. сольватациялаусы эреткестәр (4‑метилтетрагидпропиран, фторланған теломер спирттар, метил-трет-алкил эфирҙар) м‑н экстракциялау (ҡара: Экстракция) механизмын өйрәнеүгә, биол. актив берләшмәләрҙе (антибиотиктарҙы, витаминдарҙы, фитогормондарҙы һ.б.) айырып алыу процестарын оптимизациялауға һәм ағынты һыуҙарҙы органик экотоксиканттарҙан таҙартыуға арналған. Е. тарафынан линкомицинды реэкстракциялау алымы уйлап табыла һәм 1986 й. “Мосмедпрепарат” ПБ‑нда производствоға индерелә. “Моно‑ һәм полифункциональ органик берләшмәләрҙе экстракциялау химияһы” йүнәлешенә нигеҙ һалыусы. 220‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 24 уйлап табыу авторы. “Химик технология” (“Химическая технология”) ж. Төбәк үҙәге етәксеһе (1999 й. алып), Красноярск крайының Фәнни һәм фәннитехник эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеү фондының штаттан тыш эксперты (2000 й. алып).

Хеҙм.: Экстракция митрамицина органическими растворителями //Антибиотики. 1983. Т.28. №4 (авторҙ.); Синергетные смеси для экстракции витаминов В12 из водных растворов //Журнал прикладной химии. 1993. Т.66. №3 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика