ЕГОРОВ Игорь Владимирович (10.9.1940, Өфө — 11.1.2009, шунда уҡ), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1996). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1990). ӨНИ‑не тамамлаған (1966). 1963 й. алып — КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑нда, 1966 й. башлап Өфө НЭЗ‑нда эшләй: 1971 й. алып цех нач., 1981 й. — нефтехимия производствоһы нач., 1985 й. — баш инженер, 1987 й. — дир., 1994 й. — ген. директор. 1996 й. алып “Башнефтехим” ААЙ президенты, 1997 й. — БР‑ҙың Тауар етештереүселәр федерацияһының ген. дир., 1999 й. — “Социнвестбанк” ААЙ‑ның күҙәтеүселәр советы рәйесе урынбаҫары. Фәннипроизводство эшмәкәрлеге пиромеллит диангидридын алыу процесының теоретик нигеҙҙәрен эшләү һәм камиллаштырыу (Ю.В.Чуркин м‑н берлектә), нефть эшкәртеү технологияларын үҙләштереү һәм индереүгә бәйле. Е. етәкс. юғары май спирттарын (КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ), полипропиленды (“Уфаоргсинтез” ААЙ), каталитик крекинг һәм висбрекинг (Өфө НЭЗ) етештереү ҡоролмалары һәм сәнәғәт комплекстары һ.б. төҙөлә. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 33 уйлап табыу авторы. БР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш һәм БР Дәүләт Йыйылышының 1‑се саҡырылыш депутаты. “Почёт Билдәһе” (1986) һәм Дуҫлыҡ (1996) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика