АЙЫТМАТОВ Сыңғыҙ Түрәҡол улы (12.12.1928, Ҡырғыҙ АССР‑ының Шәкәр ҡышлағы — 10.6.2008, Нюрнберг, Германия, Бешкәк ҡ. ерләнгән), яҙыусы. Ҡырғыҙ ССР‑ы ФА акад. (1974). Соц. Хеҙмәт Геройы (1978). Ҡырғыҙ ССР‑ының халыҡ яҙыусыһы (1968). Уға донъя күләмендә танылыу килтергән “Йәмилә” (“Джамиля”; 1958), “Иртәләгән торналар” (“Ранние журавли”; 1976), “Диңгеҙ ситенән йүгереүсе ала эт” (“Пегий пёс, бегущий краем моря”; 1977) һ.б. повестар авторы. А. “Буранлы станция” (“Буранный полустанок”; 1980), “Язалау урыны” (“Плаха”; 1986), “Кассандра тавроһы” (“Тавро Кассандры”; 1996) әҫ. — күп планлы роман‑притчалар, уларҙа ысынбарлыҡты хикәйәләү легенда һәм мифтар романтикаһы м‑н үрелә. Яҙыусының әҫәрҙәрен Ә.С.Гәрәев, Н.Иҙелбай, М.Һ.Уразаев һ.б. башҡ. теленә тәржемә иткән. А. “Әсә яланы” (“Материнское поле”) һәм “Хуш, Һарыгөл!” (“Прощай, Гульсары!”) повестары б‑са Башҡорт драма театры (реж. Л.В.Вәлиев); “Ал яулыҡлы тирәккәйем” (“Тополёк мой в красной косынке”) — Салауат драма театры, Сибай драма театры (икеһе лә — реж. Р.М.Әйүпов) һәм БАДТ (реж. Ә.Ә.Абушахманов); “Аҡ пароход” (“Белый пароход”) — Ҡурсаҡ театры (реж. В.М.Штейн) сәхнәһендә спектаклдәр ҡуйыла. “Беренсе уҡытыусы” (“Первый учитель”) повесы б‑са ТВ‑ның Башҡ. студияһында телеспектакль ҡуйыла (1959; реж. Р.Фәйзи). Ленин пр. (1963), СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1968, 1977, 1983), Ҡырғыҙ ССР‑ының Дәүләт пр. (1976) лауреаты.

Әҫәрҙ.: Йәмилә: повесть. Өфө, 1963; Аҡ пароход: повестар. Өфө, 1984.

Ғ.Ғ.Шафиҡов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.