ДОЛМАТОВ Лев Васильевич (12.10.1928, Боготол ҡ.), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (1995), проф. (1996). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй (1973—79 йй. технология ф‑ты деканы). Фәнни хеҙмәттәре нефть ҡалдыҡтары һәм икенсел сығышлы газойлдәр нигеҙендә яңы нефть продукттары алыу технологияларын эшләүгә арналған. Д. тарафынан нефттән пектар алыу ысулдары һәм шпалдарға һеңдерелеүсе һаҡлау материалдары эшләү технологияһы уйлап табыла, улар БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларында производствоға индерелә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы. “Бағышлау” (“Посвящение”; 2002), “Тик һинең менән, Мөхәббәтем” (“Только с тобой, Любовь моя”; 2007) шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

Хеҙм.: Получение нефтяных пеков. Уфа, 1996 (авторҙ.); Товароведение нефтяных продуктов. Т. 1—5. М., 2005—10 (авторҙ.).

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018