ДОКИЧЕВ Владимир Анатольевич (4.11.1953, Вологда өлк. Суда ст.), химик‑органик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2016), химия ф. д‑ры (1999), проф. (2003). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Органик химия ин‑тында эшләй: 1995—2005 йй. дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1996 й. алып лаб. мөдире һәм 2000—2006 йй. РФА‑ның Өфө ФҮ Президиумы рәйесе урынбаҫары; 2010 й. башлап ӨДАТУ‑ның дөйөм химия каф., 2014 й. — лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре диазоберләшмәләрҙең катализатор ярҙамында әүерелештәрен, карбо‑ һәм гетероциклик берләшмәләрҙең (ш. иҫ. циклопропандарҙың, каркас структуралы берләшмәләрҙең, биол. актив азатрициклодекандарҙың һ.б.) синтезын өйрәнеүгә арналған. Д. тарафынан олефиндарҙың катализатор ярҙамында стереоселектив рәүештә циклопропанланыуының, норборнадиенды, СМАД‑1М, БУР‑1 реагенттарын, СЭТ‑1 эмульгатор‑стабилизаторын, газ скважиналары эшен туҡтатыу өсөн НТЗМ‑1 шыйыҡлығын синтезлауҙың технологик процестары фәнни нигеҙләнә, улар РФ‑тың һәм БР‑ҙың пр‑тиеларында производствоға индерелгән. 320‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 60 уйлап табыу авторы. А.М.Бутлеров (2003), Д.Ф.Варфоломеев (2012) ис. пр. лауреаты.

Хеҙм.: Успехи химии диазосоединений. Методы получения. Реакции. Свойства. Саарбрюккен, 2012 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.