2,4‑ДИХЛОРФЕНОКСИУКСУС КИСЛОТАҺЫ (2,4‑Д), 2,4‑Cl2C6H3OCH2COOH. Аҡ төҫтәге еҫһеҙ кристалл матдә (2,4‑дихлорфенол ҡатышмаһы булғанға насар еҫле техник продукт); tиреү 141—142°С. Ацетонда, бензолда, спиртта һәм эфирҙа яҡшы эрей; һаҡланыуға тотороҡло. Карбон кислоталарына һәм галогендарҙан сығарылған ароматик углеводородтарға хас үҙенсәлектәргә эйә; 2,4‑Д һәм уның сығарылмалары (тоҙҙар, ҡатмарлы эфирҙар) — системалы гербицидтар. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. башында Өфө химия з‑дында (ҡара: “Уфахимпром”) фенолды 2,4‑дихлорфенол алып хлорлау һәм уны артабан монохлоруксуслы к‑та м‑н конденсациялау ярҙамында 2,4‑Д етештереү үҙләштерелә (М.С.Бәкеров, С.Л.Орёл, В.Д.Симонов). Шунда уҡ 2,4‑Д натрий (Бәкеров, М.С.Коган) һәм амин (М.Н.Ҡормаева, Ғ.Н.Нәғимов һ.б.) тоҙҙарын сығарыу технологияһы уйлап табыла. Эмульсиялар һәм һыу эретмәләре рәүешендә а.х. культураларын ике өлөшлөләр класына ҡараған ҡый үләндәренән һаҡлау өсөн ҡулланалар; уртаса тотоноу нормаһы 1 кг/га тиклем (тәьҫир итеүсе матдәгә күсереп иҫәпләгәндә). 80‑се йй. аҙ. сығарылған 2,4‑Д күләме йылына — 40 мең т ашыу, 2000 й. 5 мең т ашыу тәшкил иткән. РФ‑тың төрлө төбәктәренә, яҡын (Белоруссия, Ҡаҙағстан, Украина һ.б.) һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелгән. 2004 й. 2,4‑Д сәнәғәт күләмендә етештереү туҡтатыла. Ҡара: Диоксиндар.

Әҙәб.: Бакиров М.С., Симонов В.Д. Развитие химической технологии в Башкирии //Наука в Советской Башкирии за 50 лет. Уфа, 1969; Мельников Г.М. Новые средства защиты растений. М., 1969; Чкаников Д.И., Соколов М.С. Гербицидное действие 2,4-Д и других галоидфеноксикислот. М., 1973.

М.Ғ.Сәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018