ДИОКСИНДАР, молекулаларының нигеҙен “дибензо‑n‑диоксин системаһы” тәшкил иткән, галогенланған кислородлы гетероциклик берләшмәләр. 75 изомеры билдәле. Органик эреткестәрҙә һәм майҙарҙа — яҡшы, һыуҙа насар эрегән еҫһеҙ кристалл матдәләр; юғары т‑ра (1200°С һәм юғарыраҡ т‑раларҙа тарҡала), окисландырыусылар һ.б. химик реагенттар тәьҫиренә тотороҡло. Саң, көл өлөшсәләренең өҫкө йөҙөндә һәйбәт адсорбирлана һәм һауала тарала (ҡара: Аэрозолдәр). Үтә ағыулы матдәләр (иң ағыулы изомеры — 2,3,7,8‑тетрахлордибензо‑n-диоксин): иммунитет системаһын ҡаҡшата, репродуктив функцияның боҙолоуына килтерә, эмбриотоксик һәм тератоген тәьҫиргә эйә. Д. кеше өсөн рәсми сикләнеүле дозаһы 10‑8 мг/кг артмай. Башҡортостанда химия сәнәғәтенең, ш. иҫ. хлор һәм хлорорганик берләшмәләр (мәҫ., пентахлорфенол, дихлорфеноксиксус кислотаһы) етештереү тармаҡтарының, интенсив рәүештә үҫеш алыуы беренсел (төтөн газдары, куб ҡалдыҡтары, сүп‑сар һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын яндырыу продукттары) һәм икенсел (хлорлы сәнәғәт ҡалдыҡтары һ.б. күмелгән урын) Д. сығанаҡтарын барлыҡҡа килтерә, улар күбеһенсә һыу ятҡылыҡтары төб¿ндºге ултырмаларҙа, тупраҡтың өҫкө ҡатламдарында туплана (Д. ярымтарҡалыу периоды 10 йылдан ашыу); кеше һәм хайуан организмына улар аҙыҡ, һауа, һыу аша инеп, күбеһенсә май туҡымаларында туплана. 20 б. 90‑сы йй. башында БР‑ҙа Д. эмиссияһы сығанаҡтарын билдәләү һәм тикшереү, тирәяҡ мөхит объекттарының Д. м‑н бысратылыуы эҙемтәләрен бөтөрөүгә йүнәлтелгән илдәге беренсе “Диоксин” респ. программаһы төҙөлә.

Әҙәб.: Цырлов И.Б. Хлорированные диоксины: биологические и медицинские аспекты. Новосибирск, 1990; Фёдоров Л.А. Диоксины как экологическая опасность. М., 1993: Сафаров М.Г. Люди и диоксины. М., 2000

М.Ғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке