ДИЕН УГЛЕВОДОРОДТАРЫ, диендар, ике икеләтә бәйләнешле туйындырылмаған углеводородтар. Молекулаларында икеләтә бәйләнештәрҙең үҙ‑ара урынлашыуы б‑са изоляцияланған (1,4‑пентадиен), кумуляцияланған (углеродтың бер атомына тоташып торалар; аллендар) һәм үҙ-ара тәьҫир итешеүсе (аралашып киләләр; 1,3‑бутадиен, йәки дивинил, һәм уның гомологтары) икеләтә бәйләнешле; молекулаларының төҙөлөшө б‑са алифатик (алкадиендар) һәм алициклик (циклоалкадиендар) Д.у. айыралар. Иреү (−85°С‑тан түбән) һәм ҡайнау (−4,4°С‑тан 60°С‑ҡа тиклем) т‑ралары түбән; органик эреткестәрҙең күбеһендә һәм эфирҙа эрей, һыуҙа эремәй. Түбән концентрацияларҙа лайлалы тиресәләрҙе ҡуҙғыта, юғары концентрацияла наркотик тәьҫиргә эйә; ПДК 5—100 мг/ м3, 2‑метил‑1,3‑бутадиен, йәки изопрен — 0,05 мг/м3. Кумуляцияланған һәм үҙ‑ара тәьҫир итешеүсе икеләтә бәйләнешле Д.у. циклодимеризация, циклоҡушылыу (“диен синтезы”), полимерлашыу реакцияларына һ.б. инә; изоляцияланған икеләтә бәйләнешле Д.у. химик үҙсәнлектәре б‑са олефиндарҙан айырылмай. Башҡортостанда 60‑сы йй. башында Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында (ҡара: “Каучук”) ике стадияла тимер‑хром катализаторы һәм һыу пары ҡатнашлығында тәүҙә бутанды бутиленға тиклем, һуңынан хромкальцийникельфосфатлы катализатор ҡатнашлығында бутилендарҙы бутадиенға тиклем (530—550°С т‑рала) дегидрирлап дивинил сығарыу үҙләштерелә; ике стадияла изопентанды хәрәкәт итеүсе ҡатламда изоамилендарға тиклем (500°С т‑рала), һуңынан изоамелиндарҙы тимер‑хром оксидлы катализаторҙың стационар ҡатламында изопренға тиклем (600—630°С т‑рала) дегидрирлап изопрен етештереү үҙләштерелә. Эйәрсен продукт сифатында пиперилен фракцияһын (1,3‑пентадиен) айыралар. “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда этилен производствоһы продукттарынан бутилен‑бутадиен (массаһы б‑са 20 һәм 30% дивиниллы) һәм пентан-изопренциклопентадиен (массаһы б‑са 10% изопрен һәм 6% циклопентадиен) фракциялары сығарыла. Сығарылған дивинилдың күләме — йылына 90 мең т, изопрен күләме 200 мең т тәшкил итә. Д.у. бутадиенметилстирол, цис-изопрен һәм олигопиперилен синтетик каучуктарын (“Каучук” ЯАЙ); изопрен нигеҙендә синтетик гуттаперча (Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы) алыу өсөн файҙаланалар. 70‑се йй. уртаһында – 80‑се йй. аҙ. Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) циклопентадиен һәм уның димеры нигеҙендә адамантан сығарылмаларын (Б.М.Лерман, Г.А.Толстиков) һәм норборнен рәте углеводородтарын (У.М.Джемилев, Р.И.Хөснөтдинов һ.б.), ш. уҡ изопрен нигеҙендә синтетик гуттаперча һәм каучуктар (Ю.Б.Монаков) алыу технологиялары табыла һәм производствоға индерелә.

М.Ғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке