ДЖЕМИЛЕВ РЕАКЦИЯҺЫ, этилмагнийбромид йәки диэтилмагний ярҙамында каталитик күләмдә цирконий тоҙҙары ҡатнашлығында α‑олефиндарҙы этилмагнийлау. Д.р. туйындырылмаған берләшмәләрҙән, бер үк ваҡытта этил төркөмөнөң αолефиндарын β‑торошона индереп, юғары Гриньяр реактивтарын алырға мөмкинлек бирә. Органик һәм металорганик синтезда, ш. уҡ тәбиғи берләшмәләрҙе синтезлауҙа ҡулланыла. 1983 й. У.М.Джемилев тарафынан асыла.

Әҙәб.: Bradford P.Mundy, Michael G. Ellerd, Frank G. Favaloro. Name reactions and reagents in organic synthesis. Hoboken, 2005.

В.Н.Одиноков

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018