ДЕФОЛИАНТТАР (де... һәм лат. folium — япраҡ), пестицидтар төркөмөнән химик препараттар, урыпйыйыу алдынан культуралы үҫемлектәрҙең япраҡтарын ҡойҙороу өсөн файҙаланыла. Үҫемлектәргә тәьҫир итеү механизмы б‑са йомшаҡ (трибутилтритиофосфат нигеҙендә алынған бутифос, 2‑меркаптобензотиазол нигеҙендә — бутилкаптакс, мочевина сығарылмаһы — дропп һ.б.; йәшел япраҡтарҙың ҡойолоуына килтерә) һәм ҡаты (магний хлораты, кальций хлоратхлориды һ.б.; улар бер үк ваҡытта әҙерәк киптереү тәьҫиренә эйә) тәьҫирлеләргә бүленә. Ҙур концентрацияларҙа Д. десиканттар һымаҡ тәьҫир итә. 20 б. 80‑се йй. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтында дропп алыу технологияһы эшләнә. Ин‑т ғалимдары Үзбәк һәм Төрөкмән ССР‑ы ФА‑лары ғалимдары м‑н берлектә машина м‑н урып‑йыйғанда мамыҡ үләненең япраҡтарын ҡойҙортор өсөн Д. (юғары сифатлы сей мамыҡ алыу өсөн), үҫемлектәрҙе десикацияларға (дефолиациянан һуң тейешенсә кимәлдә япраҡтар ҡойолмаған осраҡта) химик препараттар һайлап алыу б‑са тикшеренеүҙәрҙә ҡатнаша. 90‑сы йй. уртаһынан Д. БР‑ҙа урман һәм емеш питомниктарында ҡулланыла.

А.М.Давыдов

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке