АЙЫТҠОЛОВ Азат Миңлеғәле улы [27.1.1956, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Юлдыбай а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны)], ҡурайсы. РФ‑тың атҡ. (1998), БССР‑ҙың халыҡ (1991), БАССР‑ҙың атҡ. (1987) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1977; Ғ.З.Сөләймәнов класы), БДУ‑ны (1994) тамамлаған. 1975—78 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта, 1978 й. алып Башҡ. филармонияһының ҡурайсы‑солисы. 2007—10 йй. Ҡурайсылар союзы идараһы рәйесе. Инструменталь башҡарыу сәнғәтенең классик традицияларын дауам итеүсе, ҡурайҙа уйнауҙың бөтә алымдарын виртуоздарса ҡуллана. Репертуарында оҙон көйҙәрҙең инструменталь варианттары, ш. иҫ. “Ашҡаҙар”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Таштуғай”, “Тәфтиләү”, “Уйыл”, “Урал”, инструменталь көйҙәр “Йәйәүле Мәхмүт”, “Сыңрау торна”, йыр‑бейеү көйҙәре “Зарифа”, “Мөғлифә”, “Суҡ муйыл”, “Перовский”, “Порт‑Артур” һ.б. Ҡарағалпаҡ АССР‑ы (1976) һәм Яҡут АССР‑ында (1978) БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981) ҡатнаша. Донъяның 30 илендә гастролдә була. Уҡыусылары араһында Р.Р.Ҡарабулатов, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Н.М.Кейекбирҙин һәм Р.Х.Нәҙерғолов. БР‑ҙың Ауырғазы, Бишбүләк, Дәүләкән, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Шишмә һәм Әлшәй р‑ндарында, Ҡурған һәм Пермь өлкәләрендә, Мәскәүҙә ҡурайсылар ансамблдәрен ойоштороусы. Й.Иҫәнбаев ис. призға Респ. ҡурайсылар конкурсы лауреаты (Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а., 1980; Гран‑при); Бөтә Рәсәй халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыусылар конкурсы дипломанты (Тула ҡ., 1986). БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (2000), Ғ.Сәләм ис. пр. (1990) лауреаты.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018