ДЕНИСОВ Евгений Тимофеевич (19.6.1930, Калуга ҡ.), физик-химик. Химия ф. д‑ры (1966), проф. (1970). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2001). Фәнни хеҙмәттәре радикал‑сылбырлы реакцияларҙың кинетикаһын һәм механизмдарын тикшереүгә, атомдарҙың, молекулаларҙың һәм радикалдарҙың реакцияла ҡатнаша алыу һәләтлеген өйрәнеүгә бәйле. Д. тарафынан углеводородтарҙың, аминдарҙың һәм кислородлы органик берләшмәләрҙең шыйыҡ фазалы радикалсылбырлы окисланыу теорияһы уйлап табыла. БДУ‑ла химик кинетика каф. ойоштороусыларҙың береһе һәм 1969—71 йй. уның мөдире.

Хеҙм.: Окисление и деструкция карбоцепных полимеров. М., 1990; Химическая кинетика. М., 2000 (авторҙ.); Models of Abstraction and Addition Reactions in General Aspects of the Chemistry of Radicals. New York, 1999.

И.М.Борисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.