ГРУДНИКОВ Игорь Борисович (19.3.1938, Өфө), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (1990). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1961) Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑тында эшләй (1973 й. алып лаб. мөдире), 1995 й. башлап ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть сеймалының төрлө төрҙәренән битумдар алыу технологияһының теоретик нигеҙҙәрен эшләүгә арналған. Г. ҡатнашлығында окисланған битумдар етештереүҙең энергия һаҡлаусы технологияһы уйлап табыла, ғәмәли ҡулайламалар камиллаштырыла, эффектлы һөҙөмтәле яңылары проектлана һәм Өфө, Кременчуг, Мажейкяй, Мәскәү, Павлодар, Полоцк, Рязань, Ухта нефть эшкәртеү з‑дтарында индерелә. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Производство нефтяных битумов. М., 1983; Справочник нефтепереработчика. Л., 1986 (авторҙ.); Топлива, смазочные материалы, технические жидкости: справ. М., 1999 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика