“ГОСНИИХЛОРПРОЕКТ”, Дәүләт хлор сәнәғәте ғилми-тикшеренеү һәм проект институты. Стәрлетамаҡтағы филиалы 1964 й. Стәрлетамаҡ химия з‑ды (ҡара: “Каустик”) төҙөлөшөн ғилми-тикшеренеү эштәре м‑н тәьмин итеү өсөн 754‑се почта йәшниге филиалы булараҡ ойошторола, 1971 й. алып “Гипрохлор” Дәүләт проект ин‑ты филиалы, 1974 й. — “Г.” филиалы. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: хлор һәм хлорорганик берләшмәләрҙе алыу технологияларын эшләү һәм ғәмәлгә индереү, химик етештереүҙе интенсивлаштырыу, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү технологияларын эшләү, СССР Химия сәнәғәте министрлығының “Союзхлор” Бөтә Союз сәнәғәт берекмәһе пр‑тиеларының тәбиғәтте һаҡлау сараларын координациялау. Филиал составында 2 бүлек, 10 ғилми-тикшеренеү лаб., фәнни-техник китапхана, тәж. производствоһы (2 тәж. цехы) була. 1984 й. 338 кеше эшләгән; улар араһында 10 фән кандидаты. Филиал хеҙм‑рҙәре ҡатнашлығында Стәрлетамаҡ химия з‑дының ҡорамалы файҙаланыуға тапшырыла һәм хлорорганик берләшмәләрҙе алыу технологиялары үҙләштерелә; “Союзхлор” берекмәһе пр‑тиеларында 14 төр продукция индерелә. Янмай торған ағыулы хлорорганик ҡалдыҡтарҙы плазма-химик ысул м‑н утилләштереү технологияһын уйлап табыу 80‑се йй. башына Стәрлетамаҡ химия з‑дының 6 мең т ашыу эпихлоргидрин етештереү ҡалдыҡтарын зарарһыҙландырырға мөмкинлек бирә, пропиленды хлорлауҙың яңы технологияһын табыу аллилхлорид сығарыуҙы арттырыуға, сеймал тотоноуҙы һәм продукцияның үҙҡиммәтен кәметеүгә булышлыҡ итә. 1975 й. ин‑т “Союзхлор” берекмәһе пр‑тиеларында тәбиғәтте һаҡлау сараларын үткәреү б‑са төп ойошмаға әйләнә. Филиал хеҙм‑рҙәре тарафынан 600‑гә яҡын фәнни хеҙмәт баҫтырыла, 200‑гә яҡын уйлап табыу ғәмәлгә индерелә. СССР‑ҙың, сит илдәрҙең химия һәм нефтехимия сәнәғәте пр‑тиелары м‑н фәнни хеҙмәттәшлек тормошҡа ашырыла. 1985 й. Стәрлетамаҡ “Каустик” ПБ‑ның фәнни бүлегенә (ҡара: “Технолог”) үҙгәртелә. Дир.: А.М.Агальцов (1964 й. алып), Н.Л.Володин (1967 й. алып), И.Х.Бикбулатов (1978 й. алып).

И.Х.Бикбулатов, Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика