ГЛИКОЛДӘР, д и о л д а р, ике атомлы спирттар. Түбән (моно‑, ди‑, три‑ этиленгликолдәр; 1,2‑ һәм 1,3‑пропиленгликолдәр һ.б.) һәм юғары (полиэтиленгликолдәр) Г. айыралар. Түбән Г. — төҫһөҙ, татлы, еҫһеҙ ҡуйы шыйыҡсалар, tҡайнау 190°С юғарыраҡ, tтуңыу ‒4°С түбәнерәк, һыу, альдегидтар, аминдар һ.б. м‑н яҡшы ҡаты‑ шалар; юғары Г. — ҡаты матдәләр, спиртта һәм эфирҙа яҡшы эрейҙәр. Һелтеләр һәм һелтеле металдар м‑н тоҙҙар (гликоляттар), карбон кислоталары һәм уларҙың ангидридтары м‑н — ҡатмарлы эфирҙар, альдегидтар һәм кетондар (катализатор ҡатнашлығында) м‑н — циклик ацеталдәр, ацетилендар м‑н — винил һәм дивинил эфирҙар, галоген- водородтар м‑н галогенгидриндар бар‑ лыҡҡа килтерәләр. Хлоргидриндарҙы, α‑окистарҙы гидролизлау, дикарбо‑ ниллы берләшмәләрҙе ҡайтарыу һ.б. юлдар м‑н алалар. Лак һәм буяу эреткесе, синтетик сүс, дарыу препараттары, антифриздар һ.б. етештереүҙә сеймал сифатында ҡулланалар. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. башында Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) 170—178°С тиклем т‑рала 1,2 МПа тиклем баҫым аҫтында этилен окисын гидратациялау юлы м‑н моно‑ һәм диэтиленгликоль ҡатышмаһы (1:1 нисбәтендә) алыу ҡоролмаһы (ҡеүәте — йылына 19,5 т); 70‑се йй. башында моноэтиленгликоль етештереү ҡоролмаһы (йылына 16 мең т) сафҡа индерелә. 80‑се йй. аҙ. технологик процесты камиллаштырыу һөҙөмтәһендә моноэтиленгликоль етештереү күләме йылына 23 мең т, ә моно‑ һәм диэтиленгликоль ҡатышмаларын етештереү йылына 25 т ашыу тәшкил итә. Шулай уҡ Г. синтезлауҙа барлыҡҡа килгән эйәрсен продукттар — триэтиленгликоль һәм полигликолдәр (ди‑, триэтиленгликолдәр һәм юғары Г. ҡатышмаһы) етештерелә. Респ. НЭЗ-дарында ароматик углеводородтарҙың экстрагенттары (ҡара: Экстракция) сифатында ҡулланалар; моноэтиленгликоль — пластмасса етештереүҙә, күн, лак‑буяу сәнәғәтендә, триэтиленгликоль — пластификаторҙар, йомшартҡыстар, углеводород газдарҙы киптереү өсөн, полигликолдәр ҡаҙанлыҡ яғыулығы компоненты һ.б. булараҡ ҡулланыла. Г. РФ‑тың (Волгоград, Томск, Түб. Варта, Әстерхан ҡҡ. һ.б.), яҡын (Украина) һәм алыҫ (Венгрия, Финляндия) сит илдәрҙең химия һәм нефтехимия пр‑тиеларына оҙатыла.

Әҙәб.: Л е б е д е в Н.Н. Химия и технология основного органического и нефтехимического синтеза. М., 1981; И м а ш е в У.Б. Промышленная органическая химия на предприятиях Республики Башкортостан. Уфа, 2000.

В.А.Потеряхин, И.Н.Сираева

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика