ГЛАДЫШЕВ Георгий Павлович (19.9.1936, Алма-Ата), физико-химик. Химия ф. д‑ры (1966), проф. (1969). Фәнни хеҙмәттәре физик химия, химик технология, юғары молекулалы берләшмәләр химияһы, биол. һәм соц. термодинамика, физикохимик медицина һ.б. өлкәләрҙәге тикшеренеүҙәргә арналған. Г. тарафынан ҡатмарлы гетероген системаларҙың иерархик термодинамикаһы нигеҙҙәре, биол. эволюцияның, биол. мөхиттә хираллек барлыҡҡа килеүен һ.б. аңлатыусы термодинамика теорияһы булдырыла; периодик полимерлашыу күренеше тасуирлана, полимерлашыуҙың һәм полимерҙарҙы стабилләштереүҙең яңы технологиялары эшләнә. 1968—70 йй. Химия ин‑ты дир. урынбаҫары; Химия ин‑тының юғары молекуляр берләшмәләр бүлеген ойоштороусыларҙың береһе.

Хеҙм.: Термодинамика и макрокинетика природных иерархических процессов. М., 1988; Супрамолекулярная термодинамика — ключ к осознанию явления жизни. М., 2003.

Ю.Б.Монаков

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика