ҒИМАЛОВА Фәниә Булат ҡыҙы (15.10.1949, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Әжекәй а.), физик. РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре (2008). БР‑ҙың мәғариф алдынғыһы (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Өфөлә эшләй: 81‑се урта мәктәптә, 1974 й. алып Химия ин‑тында, 1985 й. — Геология ин‑тында, 1993— 2011 йй. “Китап” нәшриәтендә. Ғ. ҡатнашлығында нефть үткәргестәр өсөн “Пластобит 2М” юғары эффектлы изоляция ҡаплауы уйлап табыла. 10‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1983).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика