АЙЫТ УРАҘМӘТОВ (?—7.2.1774, Ҡазан), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Бөгөлмә ведомствоһы Абдул а. яһаҡлы татарҙарынан. 1773 й. нояб. алып Башҡортостандың көньяҡ‑көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәте етәкселәренең береһе. А.У. отряды Ҡазан губернаһының Биләркүл, Мәләкәҫ, Тейен һ.б. торама пункттары тирәһендә хәрәкәт итә. 1774 й. 20 ғин. Өфө провинцияһы Сирмешән ҡәлғәһе янындағы һуғышта әсирлеккә эләгә. Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү барышында вафат була.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018