ҒИМАЕВ Рәғиб Насретдин улы (1.1.1935, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Ибрай а. — 30.1.2016, Өфө), химик‑технолог. БР ФА акад. (1991), техник ф. д‑ры (1977), проф. (1978). РСФСР‑ҙың (1985) һәм БАССР-ҙың (1973) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1973), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1997), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1975). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1958) 1963 й. тиклем Яңы Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1966 й. алып ӨНИ‑лә: 1976 й. — нефть һәм газ технологияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта технология ф‑ты деканы. 1981—99 йй. БДУ ректоры, бер үк ваҡытта аналитик химия һәм дөйөм химик технология каф. мөдире, 2004 й. башлап ректор советнигы. 1991—97 йй. БР ФА‑ның вице‑президенты. Фәнни хеҙмәттәре нефть ҡалдыҡтарының, нефть пектарының һәм углеродлы сүстәрҙең термик крекингын тикшереүгә, ш. иҫ. кавитацион‑акустик ысулдар м‑н термодеструктив эшкәртеүгә, арналған. Ғ. тарафынан ароматик берләшмәләргә байыҡтырылған нефть продукттарын термик юл м‑н эшкәрткәндә шыйыҡ кристалдар формалашыуының законлыҡтары билдәләнгән. Нефттең анизотропик структуралы нефть коксын сығарыу технологияһын (Красноводск НЭЗ‑ында индерелә), никелде иретеп алған ваҡытта (Реж никель з‑дында), фосфор (“Фосфор” Чимкент ПБ‑нда), барий сульфиды (“Сода” ПБ) һәм стронций (Константинов химия з‑дында) сығарғанда нефть коксын ҡулланыуҙы, махсус нефть продукттарын сығарыу технологияһын эшләүселәрҙең береһе.

400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 163 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың Ректорҙар советы рәйесе (1981—2000 йй.). РФ Дәүләт Йыйылышының 3‑сө саҡырылыш, БАССР ЮС‑ының 10—11‑се һәм БР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника  өлкәһендәге (2003), С.Р.Рафиҡов ис. (2012) пр. лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Х е ҙ м.: Нефтяной игольчатый кокс: структура и свойства. Уфа, 1996 (авторҙ.); Газовые методы повышения нефтеотдачи. Уфа, 1999 (авторҙ.); Модели менеджмента качества. Уфа, 2005 (авторҙ.).

Ф.Х.Ҡоҙашева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика