ҒИЛӘЖЕТДИНОВ Леонид Петрович (1.1.1933, БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Тымбаҡты а. — 12.7.1994, Мәскәү), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1972), проф. (1980). Мәскәү химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) Мәскәүҙә эшләй: Шиналар етештереү сәнәғәте ҒТИ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре, лаб. нач., сектор мөдире; 1972 й. алып Бөтә Союз полиграфияның комплекслы проблемалары ҒТИ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре, лаб. етәксеһе, 1974 й. — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1972 й. башлап И.М.Губкин ис. Нефть һәм газ академияһында уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре газ эшкәртеү һәм ҡором технологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Ғ. етәкс. полиграфия буяуҙары етештереүҙә техник углерод, өс төп төҫтән торған буяуҙар һәм яҡтылыҡта полимерлашҡан композициялар өсөн нефть эреткестәре һәм органик пигменттар ҡулланыу технологияһы эшләнә. Ырымбур газ эшкәртеү з‑дында тәбиғи газдарҙы моноэтаноламин м‑н таҙартыу өсөн файҙаланылған күбекле һүндергестәр етештереү технологияһы индерелә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 70 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Сырьё для производства углеродных печных саж. М., 1975 (авторҙ.); Технология сажи. М., 1977; Фольга для горячего тиснения. М., 1981 (авторҙ.).

 

А.А.Гуреев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика