ҒИЗЗӘТУЛЛИН Рим Рифғәт улы (2.1.1958, Өфө), химик. Техник ф. д‑ры (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй. 1987 й. алып Органик химия ин‑тында: 1993 й. өлкән ғилми хеҙм‑р, 1994 й. — лаб. мөдире вазифаһын башҡарыусы. 1996 й. башлап ИПТЭР‑ҙың бүлек мөдире, 2000 й. — “Ада” ғилми‑производство фирмаһы (Өфө; 2006 й. алып Мәскәүҙә) ген. директоры. Фәнни хеҙмәттәре юғары молекуляр берләшмәләрҙең стабилләшеү һәм иҫкереү проблемаларына, металдарҙы коррозиянан һаҡлау өсөн композициялы материалдар эшләүгә арналған. Ғ. тарафынан битум-полимер мастикалар, изоляциялау таҫмалары һәм йәбештергес составтар эшләнә, улар РФ, Беларусь Респ. үткәргес торба транспорты пр‑тиеларында ҡулланыла. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

 Х е ҙ м.: Правила технической эксплуатации магистральных нефтепроводов. М., 2001 (авторҙ.); Защитные покрытия для трубопроводов. СПб., 2004 (авторҙ.).

 

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика