ГИДРОКРЕКИНГ, ауыр нефть фракцияларын юғары парциаль водород баҫымы тәьҫирендә каталитик эшкәртеү. 360—450°С т‑рала һәм 5—20 МПа баҫым аҫтында алюмокобальт һәм алюмоникельмолибден, алюмоникельвольфрам катализаторҙары ярҙамында үткәрелә. Г. ваҡытында юғары молекуляр углеводородтар тарҡала, артабан барлыҡҡа килгән продукттар гидрирлана; бер үк ваҡытта продукт көкөрт, азот, кислородлы, туйындырылмаған һәм металорганик берләшмәләрҙән таҙартыла. Нефтте беренсел ҡыуҙырыуҙан алынған вакуум газойлдәренә, каталитик крекингынан һәм кокслаштырыуҙан барлыҡҡа килгән ауыр газойлдәргә, майҙарҙы селектив таҙартыуҙан алынған экстракттарға, мазуттарға Г. үткәрелә. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. уртаһында илдә тәүгеләрҙән булып Г.  КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) вакуум газойлдәрен эшкәртеү өсөн ҡулланыла башлай. 90‑сы йй. уртаһында Г. ҡоролмаһы (ҡеүәте йылына 1 млн т) үҙгәртеп ҡорола; процесс 360—420°С т‑рала һәм 10—12 МПа баҫым аҫтында алюмоникельмолибден катализаторының тотороҡло ағымында экологик таҙа дизель (дизель варианты) һәм реактив (кәрәсин варианты) яғыулыҡ алыу өсөн ике төрлө схема б‑са үткәрелә. Аҙ көкөртлө дизель яғыулығы һәм реактив яғыулыҡ, углеводород эреткестәр, трансформаторҙар өсөн, гидравлик һ.б. аҙ ҡуйылыҡтағы май компоненттарын етештереүҙә ҡулланыла.

А.Ф.Әхмәтов

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика