ҒӘЛИМОВ Жәмил Фәйзулла улы [5.12.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ыҫлаҡ а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны)], технолог. Техник ф. д‑ры (1988), проф. (1990). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1992), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1968), СССР‑ҙың химия сәнәғәте отличнигы (1978), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1958) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге нефтте крекинглау процестарын интенсификациялауҙы өйрәнеүгә, нефть эшкәртеү процестары газдарын олигомерлаштырыу, крекинг катализаторҙарын синтезлауҙың яңы технологияларын эшләүгә бәйле. Ғ. тарафынан технологик ҡорамалдарҙы парафинлы һәм асфальтлы-ыҫмалалы ултырмаларҙан һаҡлау композициялары уйлап табыла, улар БР һәм ТР‑ҙың нефть-газ сығарыу пр‑тиеларында индерелә; Өфө, Яңы Куйбышев НЭЗ‑дарында крекинг катализаторҙарын синтезлау технологиялары һәм Пермь НЭЗ‑ында каталитик риформинг режимы камиллаштырыла. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 63 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Методы анализа катализаторов нефтепереработки. М., 1973 (авторҙ.); Силикофосфатные катализаторы олигомеризации нефтезаводских газов: синтез, свойства и применение. Уфа, 1999 (авторҙ.); Химия природных энергоносителей: (в лекциях и вопросах). Уфа, 2007.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика